Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июль 2020, 20:28

Халыҡтың тырыш хеҙмәте баһаланды

Өфө ҡалаһына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән абруйлы исем бирелде. Тимәк республика халҡының тырыш хеҙмәте бушҡа булмаған, ул юғары баһаланды. Был турала шәхестәребеҙ үҙ фекере менән бүлеште.

Өфө ҡалаһына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән абруйлы исем бирелде. Тимәк республика халҡының тырыш хеҙмәте бушҡа булмаған, ул юғары баһаланды. Был турала шәхестәребеҙ үҙ фекере менән бүлеште.
Рим Хәсәнов, билдәле башҡорт композиторы:
«Өфө —Рәсәйҙә иң матур ҡалаларҙың береһе. Күптәр ҡалабыҙҙың тарихи урындарын, архитектураһын күрер өсөн килә. Өфөлөләргә йәшәгән урыныбыҙҙың матурлығын күреп, уның менән һоҡланып йәшәүҙәрен теләйем. Яңы Конституция ҡабул итеү менән бергә, ҡалабыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышына индергән ҙур өлөшөн, халҡының хеҙмәтен баһалап, бындай ҙур исем биреүҙәре икеләтә ҡыуаныс.
Марина Игнатьева, республика экскурсоводтар гильдияһы рәйесе:
Бәхеткә күрә, Өфө хәрби хәрәкәттәр зонаһы булмаған. Ә шулай ҙа “Барыһы ла фронт өсөн! Еңеү өсөн!”лозунгы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡала халҡының йәшәү девизына әүерелгән. Был йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр, балалар ял белмәй заводтарҙа тәүлек әйләнәһенә эшләгән. Ҡалабыҙға маҡтаулы исем биреүҙәре менән ғорурланам. Уның йыл һайын мәртәбәле үҫешенә ҡарап ҡыуанам.
Рәмил Рәхимов, тарих фәндәре кандидаты:
Өфө ҡалаһы тарихы бик бай, унда ниндәй генә бөйөк шәхестәр үҫмәгән! Рәсәй президенты В.В.Путиндың ҡалабыҙға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән исем биреүе һуғыш йылдарында өфөлөләрҙең күрһәткән батырлыҡтарын һәм ҡаһарманлығын иҫбатланы.
Читайте нас: