Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Июнь 2020, 17:01

Ҡаҙағстан менән Сибай араһында Меморандум төҙөлдө

Конференция сиктәрендә Сибай педагогия колледжы һәм Көкшетау ҡаҙаҡ юғары педагогия колледжы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Халыҡ-ара ике яҡлы Меморандум төҙөлдө.

19 июндә ҡаҙаҡ яҙмаһына, әҙәбиәтенә беренселәрҙән булып нигеҙ һалыусы бөйөк шәхес Абай Ҡунанбаевтың 175-йыллығына, Ҡаҙағстан Республикаһы Конституцияһына 25-йыл, Көкшетау ҡаҙаҡ юғары педагогия колледжына 30 йыл тулыуға бағышланған «Замана мәғарифы һәм Абай мираҫы» онлайн халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды.
Конференцияла Европа илдәренең уҡыу йорттары, Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән берлектә Башҡортостан Республикаһынан Сибай педагогия колледжы ҡатнашты. Уҡыу йортоноң директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов «Колледж – буласаҡ педагогтарҙың профессиональ үҫеше траекторияһы» тураһындағы доклад менән сығыш яһаны һәм юғары квалификациялы уҡытыусылар әҙерләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Конференция сиктәрендә Сибай педагогия колледжы һәм Көкшетау ҡаҙаҡ юғары педагогия колледжы араһында хеҙмәттәшлек тураһында халыҡ-ара ике яҡлы Меморандум төҙөлдө. Уның төп маҡсаты – уҡытыусылар әҙерләү системаһын камиллаштырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек ойоштороу, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыу, тәрбиәүи һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә яңы технологиялар ҡулланыу тәжрибәһе менән бүлешеү.
Килешеү уҡыу йорттарында академ мобиллекте үҫтереү, нығытыу өсөн уҡытыусылар һәм студенттар менән алмашыу тәжрибәһен башҡарырға булышлыҡ итәсәк. Уҡыу йорттары араһында фәнни хеҙмәттәшлекте үҫтереү, эҙләнеүҙәр уҙғарыу, консультациялар үткәреү ҙә планлаштырылған.
Читайте нас: