Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Июнь 2020, 18:51

Дәүләт премияһын тапшырыу комиссияһы эш башланы

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу комиссияһы эш башланы. Был премияны алыу өсөн эштәр 15 июндән 15 июлгә тиклем ҡабул ителә. Уның күләме 500 мең һум тәшкил итә.

Салауат Юлаев исемендәге өс премия ике йылға бер тапҡыр талантлы яҙыусыларға яңы һәм үҙенсәлекле әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн бирелә. Шулай уҡ премияға дәғүә итеүсе эштәр йәмәғәтселек тарафынан танылырға һәм Башҡортостан мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ҙур өлөш индерергә тейеш.
Конкурсҡа әҙәбиәт өлкәһендә ярты йыл алда матбуғатта баҫылған әҫәрҙәр, сәнғәт өлкәһендә – халыҡ алдында башҡарылған, архитектура өлкәһендә файҙаланыуға тапшырылған эштәр ҡабул ителә.
Конкурсҡа ебәрелгән әҫәрҙәр исемлеге республика матбуғаттарында баҫылып сығасаҡ.