Баймаҡ районында “Автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, “Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районында дөйөм ҡулланышлы автомобиль юлдары үҫеше” муниципаль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Быйыл төбәктең 29 юлында ремонт эштәре атҡарыу планға алынһа, әлеге мәлдә 11 объектта эштәр дауам итә. Дөйөм алғанда юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса 59, 2 процент сығым, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан бүленгәндең 42 проценты үҙләштерелгән. Эштәрҙе еренә еткереүгә урындағы ҡаҙнанан 80,5 процент аҡса бүленгән.
Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров ҡушыуы буйынса Яңауыл һәм Баймаҡ райондарына республика кимәлендәге автомобиль юлдарын ремонтлау буйынса тәҡдимдәр индереү ҡушылды. Район етәкселеге Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығына Баймаҡ-Ишбирҙе, Сибай-Күсей-Хәлил, Йомаш-Беренсе Этҡол-Түбәнге Таулыҡай автомобиль юлдарын тейешле кимәлгә еткереү зарурлығын тәҡдим иткән. Шулай уҡ Иҫке Сибай ауылында Ҡарағайлы йылғаһы аша күпер һалыу, Уральск ауылындағы автомобиль юлының һыу үткәргән торбаһына капиталь ремонт уҙғарыу ҙа ҡарала.
Шуныһы ҡыуаныслы: ошо көндәрҙә республиканың 10 районына, шул иҫәптән Баймаҡ районының Ҡаратал, Беренсе Этҡол, Байым, Покровка, Октябрьский, Билал, Һәмән һәм башҡа ауылдарына асфальт япмалы автомобиль юлдарын ремонтлау проекттарына 30 миллион һум аҡса бүленгән.
Әле төбәктә “Тыуған урам” программаһына ярашлы Төркмән һәм Йомаштың урамдары юлдарына асфальт түшәлгән. Дөйөм алғанда 2019 йылда 5 урында 28 саҡрымдан ашыу юл ремонтланған. Уларҙы рәткә килтереүгә 13117,387 мең һум сығым сығарылған. Юлдар аша һыу үткәреү торбаларын һуҙыуға 1 миллион 457 мең һум аҡса тотонолған.
Баймаҡ ҡалаһының Завод урамына 15572,73 мең һумлыҡ асфальт һалынған. Шулай уҡ ҡалала яңы төҙөлгән 5-се мәктәп биләмәһен төҙөкләндереүгә 1992, 372 мең һум аҡса ебәрелгән.