АТАЙСАЛ
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Октябрь 2019, 09:35

Хәйбуллала яңы парк төҙөкләндерелә

Милли проект тармаҡтарының береһе тирә-яҡ мөхиттә уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Урал аръяғында ла был йүнәлештә күп эштәр башҡарыла. Хәйбулла районындағы Аҡъяр ауылының "Төньяҡ-көнсығыш" биҫтәһендә яңы паркты рәтләп-ҡороу эштәре дауам итә. #нацпроекты #миллипроекттар

Милли проект тармаҡтарының береһе тирә-яҡ мөхиттә уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Урал аръяғында ла был йүнәлештә күп эштәр башҡарыла. Хәйбулла районындағы Аҡъяр ауылының "Төньяҡ-көнсығыш" биҫтәһендә яңы паркты рәтләп-ҡороу эштәре дауам итә. Ошо көндәрҙә бәләкәй генә өйҙәрҙән, шыуғыстан, бәүелсәктән, ҡомлоҡтан һәм эскәмйәләрҙән торған заманса архитектуралы балалар майҙансығы урынлаштырылған.
Парктың волейбол майҙансығы менән йүгереү юлы әҙер. Футбол майҙаны һәм машиналар өсөн парковка төҙөү эше тамамланыу алдында.
Артабан сәхнәне төҙөкләндереү көтөлә. Шулай уҡ сәскәлектәр урынлаштырыласаҡ, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ.
#нацпроекты #миллипроекттар