Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Октябрь 2019, 09:52

Тәҙрәләр, карауаттар яңыртылды

Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов белдереүенсә, район-ара перинаталь үҙәк бинаһының 142 иҫке ағас тәҙрәләре заманса тәҙрә пакетына алмаштырылған. Был эштәр "Милли проект"ҡа ярашлы капиталь ремонт сиктәрендә атҡарылған. #нацпроекты

Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов белдереүенсә, район-ара перинаталь үҙәк бинаһының 142 иҫке ағас тәҙрәләре заманса тәҙрә пакетына алмаштырылған.
Был эштәр "Милли проект"ҡа ярашлы капиталь ремонт сиктәрендә атҡарылған. Әсәйҙәргә һәм бәпәйҙәргә дауаханала хәҙер көҙҙөң әсе елдәре, ҡышҡы һалҡындар бер ни түгел. Палаталар йылы ғына түгел, зауыҡ яғынан да ныҡлы үҙгәргән.
Бынан тыш, 2019 йыл башында "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк етәксеһе Р.М.Әхмәҙинуров Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Р.Р.Ғарипов менән берлектә Сибай акушер стационарына 600 мең һумлыҡ грант тапшырҙы. Был аҡсаға перинаталь үҙәктә медицина карауаттары һәм матрастар яңыртылған.
Капиталь ремонттың икенсе этабы 2020 йылға планлаштырылған.
#нацпроекты