Йылайыр районының Анновка ауылында ла модулле ФАП төҙөү эштәре башланды. Төҙөүселәр әйтеүенсә, монтаж-йыйыу эштәрен тамамлау оҙаҡҡа һуҙылмаҫҡа тейеш. Ғәҙәттә, объектты тапшырыуға күп ваҡыт талап ителмәй. Тимәк, Анновка һәм яҡын-тирәләге башҡа ауылдарҙың халҡы тиҙҙән сифатлы медицина ярҙамы ала башлаясаҡ.