АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Октябрь 2019, 09:35

Тыуым арта

Сибайҙа “Демография” милли проекты сиктәрендә түңәрәк һан аҫтында теркәлгән тыуыу тураһындағы акттар гел тантаналы шарттарҙа үтә. Ошо көндәрҙә ҡаланың ЗАГС бүлегендә быйылғы 600-сө бала тыуыу тураһында акт шул рәүешле теркәлде.#нацпроекты

Сибайҙа “Демография” милли проекты сиктәрендә түңәрәк һан аҫтында теркәлгән тыуыу тураһындағы акттар гел тантаналы шарттарҙа үтә. Ошо көндәрҙә ҡаланың ЗАГС бүлегендә быйылғы 600-сө бала тыуыу тураһында акт шул рәүешле теркәлде. Өлөшлө сабыйҙың ата-әсәһе Салауат һәм Инна Вәлитовтар бәпестәренә Диана тип исем ҡушҡан.
Диана 19 октябрь донъяға килгән, ауырлығы 3770 г., буйы 56 см. Йәштәр ҡыҙҙары тыуасағын алдан белгән. Шуға ла бер нисә ҡыҙ исемен күҙ уңында тотҡандар. Шулай ҙа тыуғас ҡына иң яңғырауыҡлыһын һайлағандар. Вәлитовтар ике бала тураһында хыяллана.
--Әгәр икенсегә ҡыҙ булһа, ҡатыным нәҫелде дауам иттереүсе малай табыр ул,--тип ышана Салауат Вәлит улы.
Йәш ата-әсәгә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Д.А.Назаровтың махсус бүләге тапшырылды.
#нацпроекты