Республикала милли проекттарҙың шәхси эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү өлкәһендә ярайһы уҡ эштәр башҡарыла.
Быйыл Хәйбулла районының Мәмбәт ауылындағы "Мәмбәтбай" кооперативы 2,73 млн һум күләмендә грант алып ҡыуанды. Был аҡсаларға кооператив ағзалары һөттө эшкәртеү ҡорамалдары һатып алды.
Хәҙер һөт цехы асылыу алдында. Унда ҡорамалдар урынлаштырылған, электр уты, һыу һәм канализация үткәрелгән.
Бар эштәр ҙә аҙағына еткерелгәс, кооператив кефир, эремсек, ҡаймаҡ кеүек төрлө һөт аҙыҡтары етештерә башлаясаҡ.
Цех эргәһендәге ашхананы ла "Мәмбәтбай" кооперативы рәйесе Эльвира Ғәбитова асҡан. Унда, эшселәрҙән тыш, ауыл аша үтеп барған юлаусылар ҙа туҡлана. Шулай уҡ төрлө тантаналы саралар ҙа үткәрелә.
Тырыш эшҡыуарҙың артабан да уңышлы эшләүен теләп ҡалабыҙ.
#нацпроекты #миллипроекттар