Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Октябрь 2019, 09:38

Педиатрҙар сафы артты

Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Табип менән таныштырыу” рубрикаһын дауам итә. Сибай сабыйҙары һәм ата-әсәләр өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ—балалар табиптары сафына йәш белгес Айгөл Зөфәр ҡыҙы Лоҡманова ҡушылды. Айгөл Зөфәр ҡыҙы шулай уҡ балалар гастроэнтерологы һөнәренә лә эйә.#нацпроекты #миллипроекттар

Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Табип менән таныштырыу” рубрикаһын дауам итә. Сибай сабыйҙары һәм ата-әсәләр өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ—балалар табиптары сафына йәш белгес Айгөл Зөфәр ҡыҙы Лоҡманова ҡушылды. Айгөл Зөфәр ҡыҙы шулай уҡ балалар гастроэнтерологы һөнәренә лә эйә.
А.З.Лоҡманова 2012 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң бер йыл педиатрия специальносы буйынса ординатура үткән. 2013-2015 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһының үҙәк дауаханаһында табип-педиатр булып эшләгән. Унан һуң 2 йыл баш ҡала дауаханаларының береһендә лә ошо специальносы буйынса тәжрибә туплаған. 2017 йылда Г.Ҡыуатов исемендәге республика балалар клиникаһында "гастроэнтерология" буйынса специализация үткән. Сибайға килгәнгә ҡәҙәр Өфөнөң “Йәйғор” шифаханаһында сирлеләрҙе дауалаған.
Әле табип-педиатр балалар поликлиникаһының 13-сө, 17-се участкаларына беркетелгән балалар сәләмәтлеге һағына баҫҡан. Айгөл Зөфәр ҡыҙы гастроэнтеролог булараҡ та бәләкәс пациенттарҙы ҡабул итәсәк.
#нацпроекты #миллипроекттар