Быйыл проектта 15 ауыл мәҙәниәт йорто ҡатнашҡан ине. Финанслауҙың дөйөм суммаһы 5 млн 344 мең һум тәшкил итте. Был аҡсаларға мәҙәниәт йорттарында ремонт үткәрелде, яҡтылыҡ һәм тауыш ҡорамалдары, артистарға кейемдәр, музыкаль ҡоралдар һатып алынды. Киләһе йылда ла финанслау шул уҡ кимәлдә ҡаласаҡ.