Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь 2019, 09:38

Уртазымда—Сөмбөлә байрамы

Сибай педагогия колледжы коллективы Республика Хөкүмәтенең туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ҡарарына, “Мәҙәниәт”милли проектына ярашлы конкурста ҡатнашып һәм 1 миллион һумдан ашыу грант яуланы. Уҡыу йорто уҡытыусылары—Гөлнара Харисова, Гөлнара Шәкирова, Сәйҙә Мәмбәтҡолова, Татьяна Кузьмина, Гөлдәр Дәүләтбаеваларҙың конкурста еңгән “Рус һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте аша Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү “Инеш”үҙәге” булдырыу проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Сибай педагогия колледжы коллективы Республика Хөкүмәтенең туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ҡарарына, “Мәҙәниәт”милли проектына ярашлы конкурста ҡатнашып һәм 1 миллион һумдан ашыу грант яуланы.
Уҡыу йорто уҡытыусылары—Гөлнара Харисова, Гөлнара Шәкирова, Сәйҙә Мәмбәтҡолова, Татьяна Кузьмина, Гөлдәр Дәүләтбаеваларҙың конкурста еңгән “Рус һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте аша Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү “Инеш”үҙәге” булдырыу проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Төйәләҫтә көҙ байрамы--“Осенины” уҙғарғандар. Сибайҙың Балалар ижады үҙәгендә телдәр үҙенсәлектәре һаҡланған башҡорт һәм рус халыҡ уйындарына үҙ студенттарын ғына түгел, паркта йөрөүселәрҙе лә йәлеп иткәндәр.
Уҡыу йортоноң күсмә фольклор бригадалары Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренә башҡорт фольклоры йыйыуға ғына түгел, урындағы халыҡ менән байрамдар ойоштороуға ла айырым иғтибар бүлә. Ошо көндәрҙә уҡытыусылар һәм уҡыу йортоноң II, IV курс студенттары Ырымбур өлкәһенең Уртазым ауылы мәктәбендә “Сөмбөлә” байрамы ойошторған.
—Төрлө милләт вәкилдәре—рустар, ҡаҙаҡтар, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктә сараны ике телдә алып барҙыҡ. Шулай ҙа башҡорт теленә айырым баҫым яһаныҡ: башҡортса йыр-бейеүҙәр, уйындар уйнаныҡ,--ти ижади төркөм ағзалары. —Көҙһылыу булып 9-сы класс уҡыусыһы Юлиә танылды. Фойены көҙ темаһына күргәҙмә биҙәне.
Педагогтар һәс студенттар тиҙҙән Силәбе өлкәһендә Нардуған байрамы, Урал аръяғының Йылайыр, Баймаҡ райондарының рустар күпләп йәшәгән ауылдарында “Кузьминки” байрамдары ойошторорға ниәтләй.
Проект сиктәрендәге эшмәкәрлектәренә башҡорт һәм рус ғаиләләре араһындағы ярыш йомғаҡлау яһаясаҡ. Иң һуңынан улар “Биҙәү ҡулланма сәнғәте әйберҙәрен эшләүҙә башҡорт милли стиле”, “Халыҡ йолалары һәм уйындары” китаптарын, методик ҡулланмалар сығарырға әҙерләнә.
#нацпроект
Читайте нас: