Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Октябрь 2019, 09:35

Ирекмәндәр үҙәге барлыҡҡа киләсәк

2019 йылда “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Социаль әүҙемлек” төбәк проекты башланғыс алды. Уның төбәктәге операторы булып республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге тора.

2019 йылда “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Социаль әүҙемлек” төбәк проекты башланғыс алды. Уның төбәктәге операторы булып республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге тора.
Проект Башҡортостанда ирекле хәрәкәт өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ. Маҡсаты—2024 йылға республиканың бөтә район һәм ҡалаларында ирекмәндәр хәрәкәтен булдырыу.
Быйыл “Социаль әүҙемлек” төбәк проекты сиктәрендә Өфө, Октябрьск, Күмертау, Нефтекамск, Сибай ҡалаларында һәм Мәсәғүт ауылында ирекмәндәр үҙәге барлыҡҡа килеүе көтөлә.
Республика халҡы өсөн ирекмәндәргә тәғәйенләнгән акциялар, семинарҙар һәм форумдар үткәрелә. Унда һәр кем үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша һәм фекер алыша ала.
Күптән түгел генә республикабыҙҙа Рәсәйҙең ун төбәген берләштергән ике көнлөк “Башҡортостан ирекмәндәре дуҫтарын йыя” төбәк-ара слеты булып үтте. Шулай уҡ табип-ирекмәндәр Туймазы районында үткән төбәк форумына йыйылды.
Быйыл республикабыҙҙың ирекмәндәренә арналған “Башҡортостан республикаһының 100 иң яҡшы ирекмәне” тигән китап та сығарылды.
#нацпроекты #миллипроектар
Читайте нас: