Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Октябрь 2019, 09:34

Үҙ өлөшө менән тыуа һәр бала

Сибай ҡалаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тағы 10 ғаилә дәүләт ярҙамы алды. Йәш ғаиләләр бындай сертификатҡа балалары тыуыу айҡанлы эйә булып, аҡсаны кредит һәм ипотека килешеүҙәрен ҡапларға, йәки йорт төҙөлөшөнә тотона ала.

--Был ҡыуаныслы мәлде 5 йылға яҡын көттөк. Ипотекаға фатирҙы алғанда Ильяс улыбыҙға 3 йәш ине. Шәүрәбеҙ шунда тыуҙы,--ти Лилиә һәм Шамил Рәхимовтар.—Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа, тиҙәр бит. Аллаға шөкөр, беҙҙең ҡыҙыбыҙ бик өлөшлө бала, әсәлек капиталы алдыҡ, бына әле торлаҡтың 12 квадрат метрының хаҡын ҡаплауға дәүләт ярҙам бүлде.
Линара һәм Азат Ҡырымғужиндарҙың да Азалия һәм Арсен исемле балалары үҫә. Сертификат тәғәйен Арсенға ла 5 йәш булып килә. Йәштәр бынан 7 йыл элек өс бүлмәле фатир һатып алған.
— Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа “Торлаҡ” милли проекты сиктәрендә күп кенә ғаиләләр үҙ йорттарын булдыра. Балалы ғаиләләрҙе хәстәрләүҙәре өсөн ил етәкселәренә ҙур рәхмәт! Беҙ үҙ нәүбәтебеҙҙә бәләкәстәребеҙҙе ҙур шәхестәр булырҙай итеп тәрбиәләргә тырышырбыҙ,--тине Линара Рәүеф ҡыҙы.
#нацпроекты