Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Октябрь 2019, 09:35

Игеҙәктәр күбәйә

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге өсөн 2019 йылдың IV квартал уңышлы башланып китте: ҡалала 7-се пар игеҙәк тыуыуы тураһында гражданлыҡ акты теркәлде. "Демография" милли проекты сиктәрендә, бүлектә түңәрәк һан аҫтында яҙылған һәр баланың ата-әсәһенә тыуыу тураһында таныҡлыҡ тантаналы шарттарҙа тапшырыла.

Елена Александровна Савинова Любовь һәм Мария исемле өлкән ҡыҙҙарына иш итеп тағы бер ул һәм ҡыҙ тапҡан. Өс ҡыҙлы әсә был юлы ире Олег Викторовичты наҫелен дауам итеүсе бүләк итеп ҡыуандырған. Бәхетле ата-әсә сабыйҙарына Ева һәи Иван тип исем ҡушҡан.
--Игеҙәк табыу тоҡомдан килә. Савиновтарҙа игеҙәктәр йыш тыуып тора. Ева һәм Иван 4-се пар булараҡ тарихҡа инә,--тип йылмая күп балалы әсә Елена Александровна.
#нацпроект
Читайте нас: