Мәскәү ҡалаһында “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторолған халыҡ-ара агросәнәғәт форумы барышында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, республикаға “Кировец” тракторҙары һәм алмаш частар килтереләсәк.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы “Петербург трактор заводы” етәкселеге менән килешеү шулай уҡ сервис хеҙмәтләндереүҙе күҙ уңында тота.
Республикаға йылына 100-120 дана “Кировец” һатып алыу күҙаллана.