Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Октябрь 2019, 09:38

Федераль милеккә тапшырыла

"Автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә Башҡортостан аша үткән 4 трассаны федераль милеккә тапшырыу процессы башланды. Был хаҡта “Транспорт сәғәте” форматында үткән кәңәшмәлә төбәк дәүләт транспорт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Һүҙ М5 трассаһынан айырымланып Өфө аэропорты боролошона илткән Өфө-Ырымбур трассаһы участкаһы хаҡында бара. Юлдың был өлөшө 2019 йыл аҙағына ҡәҙәр федераль ҡарамаҡҡа күсереләсәк. Шулай уҡ сиратта тағы 3 юлдың: Ырымбур-Орск-Сибай-Магниторгорск трассаһының--132, Өфө-Пермь араһының баш ҡаланан алып Пермь крайы сигенә ҡәҙәр—216, Дүртөйлө-Нефтекама-Ҡәмбәркә юлының 97 саҡрымдары ла федераль милеккә күсерелеүе ихтимал. Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров ярты йылдан һуң был мәсьәләнең һөҙөмтәләренә ҡайбат әйләнеп ҡайтасағын белдерҙе.
Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы төҙөк тотоуға аҡса тейешле күләмдә бүленмәй. Әлеге мәлдә үрҙә атап үткән трассаларҙың һәр саҡрымын хеҙмәтләндеүгә йылына 228 мең һум аҡса бүленә. Сағыштырыу өсөн: федераль трассаның һәр саҡрымына иһә Рәсәй ҡаҙнаһынан 900 мең һумдан ашыу сығым һалына.
#нацпроект