АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Октябрь 2019, 09:40

Бушлай маммография үтергә була

Республикабыҙҙа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә төрлө саралар үткәрелеп тора. Атап үтелгән проекттың программаһына ярашлы, республика онкология диспансеры "Алһыу таҫма" акцияһы иғлан итә.#нацпроекты #миллипроекттар #онкология #здравоохранение #поликлиника

Республикабыҙҙа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә төрлө саралар үткәрелеп тора. Атап үтелгән проекттың программаһына ярашлы, республика онкология диспансеры "Алһыу таҫма" акцияһы иғлан итә.
Акцияға ярашлы, Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар 12, 19, 26 октябрҙә һәм 2 ноябрҙә бушлай маммография үтә һәм онколог менән кәңәшләшә ала.
Маммологҡа урындағы онкологтар аша яҙылырға була. Шулай уҡ Өфө, Нефтекама, Октябрьск, Бөрө, Бәләбәй, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау, Белорет ҡалаларындағы һәм Мәсәғүт ауылындағы муниципаль-ара медицина онкология үҙәктәре һәм онкологик ярҙам амбулатор үҙәктәре аша яҙылыу мөмкинлеге лә бар.
Тулыраҡ мәғлүмәтте урындағы поликлиникаларҙағы онкологтар аша белергә була.
#нацпроекты #миллипроекттар #онкология #здравоохранение #поликлиника