Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Октябрь 2019, 09:49

Компактлы, ҡеүәтле ҡоролма

Сибай үҙәк дауаханаһының балалар соматика бүлегенә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Балаларға медицина ярҙамын күрһәтеүҙә заманса инфраструктура тыуҙырып һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” федераль программаһына ярашлы 8F-5 кислород концентраторы ҡайтарылды.

Armed 8F-5AW маркалы кислород концентраторы –компактлы, эргономлы, әммә ҡеүәтле һәм юғары етештереүсәнлекле ҡоролма. Ул һауанан 93 процентлы кислород концентрацияһы етештереүгә һәләтле. Сабыйҙарға оҙайлы кислород терапияһы үткәргәндә, киҫкен респиратор ауырыуҙары йоҡтороусыларға ингаляция уҙғарыу өсөн бик ҡулайлы. Уны тын алыу юлдары, пневмония, бронхиаль астма, йөрәк сирлеләрҙе дауалау, шулай уҡ операциянан һуңғы осорҙа, йөклөлөк ваҡытында ҡулланалар. Концентраторҙы тәүлегенә 15 сәғәттән ашыу оҙайлы ҡулланғандан һуң кеше организмы кислородҡа байый, гипоксия кәмей, йөрәк ритмы нормаға килә, пациенттың дөйөм хәле яҡшыра.
Читайте нас: