Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Октябрь 2019, 09:27

Эшмәкәрлектәрен еңеләйтә

“Һаулыҡ һаҡлау”милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Сибай ҡала үҙәк дауаханаһына заманса техника ҡайтарылды

“Һаулыҡ һаҡлау”милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Сибай ҡала үҙәк дауаханаһына заманса техника ҡайтарылды. “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм цифрлы контур” төбәк проекты сиктәрендә дауаханаға ҡеүәтле 4 лазер принтер урынлаштырылды. Баш табип Р.Б.Нәҙерғолов әйтеүенсә, яңы ҡоролмалар документтар әйләнешен көйләп, аҡ халатлыларҙың эшмәкәрлектәрен тағы ла һөҙөмтәле итәсәк.
Принтерҙарҙан тыш, дауахананың паллиатив ярҙам күрһәтеү бүлеге 5 махсус матрас менән тәьмин ителгән.
Читайте нас: