Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Октябрь 2019, 09:54

Аңлатыу эштәре алып барыла

Рәсәйҙә уңышлы тормошҡа ашырылған “Цифрлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 20 федераль каналды түләүһеҙ юғары сифатта ҡарарға була.Шул рәүешле Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы мәктәбе уҡыусылары төбәк башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары менән берлектә сентябрь айы аҙағында оло йәштәгеләргә аңлатыу эштәре алып барҙы. #нацпроекты #миллипроекттар

Рәсәйҙә уңышлы тормошҡа ашырылған “Цифрлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 20 федераль каналды түләүһеҙ юғары сифатта ҡарарға була.Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, пенсионерҙар һәм мохтаждарға цифрлы ҡулайлама йәки спутник ҡоролма алыу өсөн компенсация түләнә. Башҡортостанда аналог телесигнал биреү 14 октябрҙә туҡтатыла.
Шул рәүешле Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы мәктәбе уҡыусылары төбәк башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары менән берлектә сентябрь айы аҙағында оло йәштәгеләргә аңлатыу эштәре алып барҙы. Ауылдаштарына улар Беренсе каналдың өҫкө уң яғында “А” хәрефе тора икән, телевизорҙың элекке аналог төрөнә ҡарай һәм уларға һанлы приставка ҡуйырға кәрәклекте төшөндөргән. Шуныһы ҡыуаныслы: күп кенә йорттар кабель, спутник, IP-телевидениеларына тоташҡан. Уларға иһә аналог телесигнал хаҡында борсолорға урын юҡ.
Ирекмәндәр өлкән быуын вәкилдәренә цифрлы телевидение хеҙмәттәре буйынса һорауҙар тыуһа, 8-800-220-20-02 һаны буйынса тәүлек әйләнәһенә бушлай шылтыратырға мөмкинлекте лә белгертте.
#нацпроекты #миллипроекттар