Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Сентябрь 2019, 09:38

Бик шәп булыр ине

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте” кәңәшмәһендә Урал аръяғында Башҡорт дәүләт медицина университеты филиалын асырға тәҡдим иткән.

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте” кәңәшмәһендә Урал аръяғында Башҡорт дәүләт медицина университеты филиалын асырға тәҡдим иткән.
--Беҙ эшкә әҙер. Һеҙҙән күрһәтмә көтәбеҙ,--тигән уға БДМУ ректоры Валентин Павлов.—Беҙҙең уҡыу йортон быйыл 1300 табип тамамланы. Киләһе ике йылда БДМУ терапевтарға һәм педиатрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөргә ниәтләй. Биш йыллыҡ планда иһә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен тулыһынса белгестәр менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙыҡ.
Радий Хәбиров район башлыҡтарына ординатураны тамамлаясаҡ йәштәр менән тығыҙыраҡ эшләргә кәңәш итте. Уның әйтеүенсә, муниципалитет етәкселәре медицина учреждениеларына үҙ районынан йәш белгестәрҙе йәлеп итергә, эш һәм йәшәү шарттары тыуҙырырға тейеш. БДМУ ректоры Баймаҡ һәм Бәләбәйҙең ыңғай тәжрибәһен миҫалға килтерҙе. Был биләмәләрҙә ординаторҙар районға практикаға килә, ә баш табиптар уларға 50 мең һум эш хаҡы түләргә ҡарар иткән.
Сибай ҡалаһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли пректы сиктәрендә йәш белгестәрҙе торлаҡ шарттарын яҡшыртыусы махсус программаһы менән ылыҡтыра.