Баймаҡ районында 1-се Төркмән, Темәс, Йомаш һәм Урғаҙа мәктәптәре нигеҙендә дүрт заманса “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге асылды. Теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең төп һәм өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу маҡсатында үрҙә һанап үткән белем усаҡтарында технология һәм башҡа предметтарҙың эстәлеге һәм уҡытыу алымдары, матди-техник базалары яңыртылды. Яңы үҙәктәрҙең төп йүнәлештәре—сәнәғәт дизайны, мәғлүмәт технологиялары, хайтек цех, виртуаль ысынбарлыҡ, аэротехнология һәм геоинформатика. Улар балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ижадҡа йәлеп итә, буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә мөмкинлек бирә. Бында балалар үҙҙәренең уйҙарын һәм хыялдарын тормошҡа ашырырға өйрәнәсәк. Һөнәр һайлағанда техник йүнәлешлегә өҫтөнлөк бирергә ярҙам итәсәк.
Төркмән мәктәбе директоры Зәһүрә Ҡаһарманова әйтеүенсә, уларға "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә үҙәккә бирелгән ике кабинетты заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыуға 1600 һум аҡса бүленгән. Район хакимиәте кабинеттарҙы ремонтлауға аҡса биргән. Әлеге көндә үҙәк алты йүнәлештә дәрестән тыш эш башлаған.