Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Сентябрь 2019, 09:49

Быҙаулыҡ аша күпер һалынды

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Хәйбулла районында Быҙаулыҡ йылғаһы аша һалынған күпер ремонтланды.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Хәйбулла районында Быҙаулыҡ йылғаһы аша һалынған күпер ремонтланды. Райондың юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү идаралығы эшселәре иҫке күперҙе емереп ташлап, уны плитә һәм тимер бетон ҡоролмалар менән нығытҡан. Юл япмаһын ҡом-гравий иҙмәһенән һалып, өҫтөн башта ҡырсынташ, унан асфальт менән ҡаплаған.
Хәҙерге көндә был юлдан бөтө төр транспорт рәхәтләнеп үтә, хатта йәйәүлеләр өсөн тротуар ҙа һалынған.