Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Сентябрь 2019, 09:51

Педиатр эш башланы

Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов коллективтарындағы яңылыҡтар менән бүлешеүен дауам итә. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә медицина учреждениеһына заманса ҡорамалдар ҡайтарыла, балалар соматикаһында ремонт уҙғарыла, йәш белгестәр эш башлай. Яңыраҡ ҡына табип-педиатрҙар рәтен Венера Марс ҡыҙы Йомағолова тулыландырҙы. #нацпроекты #миллипроекттар

Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов коллективтарындағы яңылыҡтар менән бүлешеүен дауам итә. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә медицина учреждениеһына заманса ҡорамалдар ҡайтарыла, балалар соматикаһында ремонт уҙғарыла, йәш белгестәр эш башлай. Яңыраҡ ҡына табип-педиатрҙар рәтен Венера Марс ҡыҙы Йомағолова тулыландырҙы. Йәш белгес Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Аҡъяр, Сибай, Асҡар дауаханаларында педиатр булып эшләп тәжрибә туплаған. 2014 йылдан Рәсәй педиатрҙар Советы ағзаһы булған Венера Марс ҡыҙы үҙе 2011-2013 йылдарҙа эшләп киткән коллективҡа кире ҡайтыуына ҡыуана. Ул 11 участкаһына ҡараған балалар сәләмәтлеге һағында торасаҡ.
#нацпроекты #миллипроекттар