Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2019, 09:30

Сүп-сар йыйыу урындары буласаҡ

Хәйбулла районының ауыл биләмәләрендә “Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Төбәктең һәр ауылында санитар нормаларға ярашлы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу урындары булдырыла. #нацпроекты #миллипроекттар

Хәйбулла районының ауыл биләмәләрендә “Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Төбәктең һәр ауылында санитар нормаларға ярашлы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу урындары булдырыла.
Ошо көндәрҙә Әбеш ауылы биләмәһе етәкселеге контейнер майҙансығын хәстәрләне. Сүп-сар йыйыу урыны булды, хәҙер уның эсенә контейнерҙар урынлаштырыу бурысы тора. Ошондай уҡ майҙансыҡ Бәләкәй Арыҫланғол ауылында төҙөлә. Яҡын арала ауыл биләмәһенә ҡараған бөтә ауылдарҙа ла сүп-сар йыйыу урындары буласаҡ.
#нацпроекты #миллипроекттар