АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2019, 09:29

Хеҙмәт кенәгәләре электрон форматҡа күсә

Кисә,17 сентябрҙә, "Һанлы иҡтисад" милли проектына ярашлы рәүештә, электрон хеҙмәт кенәгәләрен индереү тураһындағы закон проекты беренсегә уҡылды. Унда, ҡағыҙ кенәгәләге кеүек үк, вазифа, башҡарылған эш, икенсе эш урынына күсеү, эштән китеү, хеҙмәт килешеүен туҡтатыу хаҡында мәғлүмәттәр күрһәтеләсәк.#нацпроекты #миллипроекттар

Кисә,17 сентябрҙә, "Һанлы иҡтисад" милли проектына ярашлы рәүештә, электрон хеҙмәт кенәгәләрен индереү тураһындағы закон проекты беренсегә уҡылды. Унда, ҡағыҙ кенәгәләге кеүек үк, вазифа, башҡарылған эш, икенсе эш урынына күсеү, эштән китеү, хеҙмәт килешеүен туҡтатыу хаҡында мәғлүмәттәр күрһәтеләсәк.
Закондың 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инеүе көтөлә. Белгестәр иҫәпләүенсә, ул яҡынса 60 млн гражданға, 8,4 млн хужалыҡ субъектына ҡағыласаҡ.
2021 йылда хеҙмәт юлын башлаусылар өсөн электрон хеҙмәт кенәгәләрен асыу мотлаҡ буласаҡ. Ә ҡалғандар, ҡағыҙ вариантына тоғро ҡалып, унан баш тарта ала. Бының өсөн 2020 йылдың дауамында, ҡағыҙ документ менән ҡулланырға теләк белдереп, ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ.
Эшсе 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғариза яҙып өлгөрмәһә, эш биреүсе уның ҡағыҙ вариантындағы хеҙмәт кенәгәһен һаҡлау яуаплылығынан арына.
Хөкүмәт ағзалары электрон хеҙмәт кенәгәләренән ҡурҡмаҫҡа саҡыра. Улар, киреһенсә, уңайлыҡтар ғына тыуҙырасаҡ.
#нацпроекты #миллипроекттар
Читайте нас: