АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Сентябрь 2019, 09:39

Сибайҙарҙы күрмәй ҡалмағыҙ

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған, төбәктә "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторолған "Башҡортостандың тарихи биттәре" халыҡ ижады фестиваль-марафоны дауам итә. Сара сиктәрендә 18 сентябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Сибай ҡалаһының ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ. #нацпроекты#миллипроекттар

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған, төбәктә "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторолған "Башҡортостандың тарихи биттәре" халыҡ ижады фестиваль-марафоны дауам итә. Сара сиктәрендә 18 сентябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Сибай ҡалаһының ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ.
Баш ҡала тамашасыларын был юлы Сибай концерт-театр берекмәһе һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары, ҡаланың иң яҡшы ижади төркөмдәре таң ҡалдырмаҡсы. Филармония фойеһында милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, Сибайҙың данлы үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырған экспозиция тәҡдим ителәсәк.
#нацпроекты
#миллипроекттар