Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2019, 09:44

Эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге милли проект тормошҡа ашырыласаҡ

“Деловая Россия” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының вице-президенты Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы 2019 йылдың икенсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса кесе һәм урта бизнесты үҫтереү өлкәһендә беренсе урындарҙа бара. Ул Төмән өлкәһе һәм Байкал аръяғы крайынан ғына ҡалыша. Әммә был өлкәлә башҡара торған эштәр ҙә байтаҡ әле.#нацпроекты #миллипроекттар

“Деловая Россия” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының вице-президенты Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы 2019 йылдың икенсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса кесе һәм урта бизнесты үҫтереү өлкәһендә беренсе урындарҙа бара. Ул Төмән өлкәһе һәм Байкал аръяғы крайынан ғына ҡалыша. Әммә был өлкәлә башҡара торған эштәр ҙә байтаҡ әле.
Билдәле булыуынса, эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡаралған. Ошо маҡсатта 26-27 сентябрҙә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәре ҡатнашлығында кесе һәм урта бизнесты үҫтереү буйынса форум үтәсәк. Республикабыҙҙа был сараның бишенсе тапҡыр уҙғарылыуы көтөлә.
Рөстәм Моратов әйтеүенсә, бизнесты үҫтереү—исем өсөн һауанан күрһәткестәр алып ҡуйыу түгел. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн белгестәрҙе йәлеп итеү мөһим.
Форум барышында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн халыҡ-ара хартияға ҡул ҡуйыу һәм төбәктәге кесе һәр урта бизнестың әүҙемлегенә баһа биреү көтөлә.
#нацпроекты
#миллипроекттар