Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Сентябрь 2019, 09:52

Йүгерек тигән даны бар

Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан Алһыу Байегетова өлкәнәйгәс кенә тулы тормош менән йәшәй башлауын йәшермәй. Уға тормошҡа позитив ҡарашы, һәр ваҡыт яңылыҡҡа, үҙгәрештәргә ынтылышы маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.#нацпроекты

Күптәр хаҡлы ялда шөғөл юҡ тип уйлап ныҡ яңылыша. Шуға ла эштәренә йәбешеп ятып, донъя матурлығын күреүҙән үҙ-үҙҙәрен мәхрүм итә. Ысынында иһә пенсия яңы маҡсаттарға ҡамасау түгел. Етмәһә һуңғы осорҙа “Демография” милли проекты сиктәрендә “Өлкән быуын вәкилдәренең йәшәү сифатын арттырыуға системалы ярҙам күрһәтеү” программаһы уңышлы эшләп килә.
Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан Алһыу Байегетова өлкәнәйгәс кенә тулы тормош менән йәшәй башлауын йәшермәй. Уға тормошҡа позитив ҡарашы, һәр ваҡыт яңылыҡҡа, үҙгәрештәргә ынтылышы маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Алһыу Илгиз ҡыҙы бала саҡтан еңел атлетика менән шөғөлләнә, ҡыш көндәре саңғынан төшмәй. Мәктәптә балалар уҡытҡанда ла төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, уҡыусыларын да сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтыра. Хаҡлы ялға сыҡҡас йүгереүгә ваҡыты тағы ла күбәйә. Сибайҙа, Өфөлә һәм Ҡазанда үткәрелгән ярым марафон, марафондарҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай. Быға тиклемге ярыштарҙа спортсы йүгереү дистанцияһын 21 саҡрымдан арттырмаһа, яңыраҡ Өфөлә үткән марафонда 42,2 саҡрымға ярышып, үҙ категорияһында 1-се урын алған.
--Йүгергән ваҡытта күңелем менән ял итәм, тәбиғәт матурлығын тоям, тынысланам, ләззәт кисерәм, шиғырҙар уҡыйым һәм Аллаһ Тәғәлә менән һөйләшәм. Даими йүгереү хәлемде яҡшырты һәм һаулығымды нығытты,--ти Алһыу Илгиз ҡыҙы.--Әйтһәң кеше ышанмаҫ, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем инсульт үткәрҙем. Йүгереү миңә тулыһынса йүнәлергә, элекке ҡиәфәтемә ҡайтырға ярҙам итте.
Алһыу Илгиз ҡыҙының тағы ла бер маҡсаты--йәмғиәткә файҙа килтереү. Уның урындағы ауыл советына депутат итеп һайланыуы осраҡлы түгел. Йүгерек ҡатын шулай уҡ Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Аҡморон ауылында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын да күңелен биреп башҡара.
#нацпроекты