Сибай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбенең “Толпар” өлгөлө хореография ансамбле солискаһы Илина Аҡбулатова Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендиаты булып танылды. Республика Башлығы Указына, төбәктә мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы 2019-2020 уҡыу йылында бындай дәртләндереү сараһына юғары уңыштарға өлгәшкән мәктәп уҡыусылары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре лайыҡ булған.