Хәйбулла районының Подольск ҡасабаһы янында яңы ер аҫты руднигы төҙөүгә нигеҙ һалынды. Баҡыр һәм цинк сығарыу буйынса ул илдә иң ҙур рудниктарҙың береһе буласаҡ һәм Урал тау-металлургия компанияһының сеймал сығанаҡтарының иң тәүге өс объектына инәсәк.
“Хеҙмәттәшлек һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән объекттың беренсе сиратын 2025 йылда файҙаланыуға тапшырыу, төҙөлөштө тулыһынса 2032 йылда тамамлау күҙаллана. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 50 миллиард һум самаһы тәшкил итә.
Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә 22 июндә Сибайҙа үткән Инвестиция һабантуйында ҡул ҡуйылғайны. Документҡа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров, Урал тау-металлургия компанияһы-холдингының генераль директоры Андрей Козицын ҡул ҡуйғайны. Ә 9 июлдә Екатеринбургтағы "Иннопром" күргәҙмәһендә Урал тау-металлургия компанияһы менән Һаҡлыҡ банкы проектты финанслауҙы башлау тураһында килешеү төҙөнө.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең сығышында, бөгөн һуңғы йылдарҙа республика өсөн ҙур күләмле производство төҙөлөшө башлана, тип билдәләне.
– Республикабыҙ биләмәһендә ошондай эштең башланыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Һөҙөмтәлә яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, инвестиция һалынасаҡ, Хәйбулла районы һәм тотош Башҡортостандың социаль үҫешенә етди булышлыҡ итәсәк. Республикала был берлектәге һуңғы проектыбыҙ түгелдер, тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Урал тау-металлургия компанияһы-холдингының генераль директоры Андрей Козицын проектҡа булышлыҡ иткән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт әйтте.