Йылайыр районының Йылайыр ауылындағы Н.Ириков исемендәге ЮНЕСКО-ның Ассоциялаштырылған мәктәбе төбәктең әйҙәүсе мәктәбе булып тора. Тап ошо белем усағынан күп башланғыстар оло тормошҡа юл ала. Мәктәп уҡыусылары республикала уңышлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проект сиктәрендәге сараларҙа, ғилми, ижади бәйгеләрҙә, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Былтыр иһә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында булдылар, Өфө, Мәләүез, Сибай, Сочи ҡалаларында үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып мәктәп, район, республика намыҫын яҡланы.
Шулай ҙа белем үҙәгенең төп тотҡаһы—тотороҡло коллективы. Быйыл тәжрибәле уҡытыусылар рәте йәш белгес Айгөл Хәлит ҡыҙы Хәсәнова менән тулыланды. Айгөл--Юлдыбай ауылы ҡыҙы. Ул 2013 йылда Йылайыр урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған. Магистр дипломлы физика-математика уҡытыусыһы Айгөл Хәлит ҡыҙына хеҙмәт юлын башлаған Йылайыр мәктәбе хыялдарҙы тормошҡа ашырыусы, яңы маҡсаттарға ирештереүсе, һәр ваҡыт алға барырға илһамландырып тороусы белем усағы булып торһон.