Сибай үҙәк дауаханаһында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә тағы бер яңы белгес—Лилиә Хөрмәт ҡыҙы Үтәғолова эш башланы. Ул—табип-кардиолог, Башҡорт дәүләт медицина университетында “Дауалау эше” специальносы буйынса белем алған. Өфө дауаханаларының береһендә табип-терапевт булараҡ тәжрибә туплаған. Артабан ике йыл дауамында кардиология йүнәлешендә ординатура үтеп, Сибайға килгән. Әлеге көндә ул кардиология бүлеге стационарында сирлеләрҙе дауалай.