АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Сентябрь 2019, 10:04

Мәҙәниәт тә, тел дә “Инеш”тән башлана

Сибай педагогия колледжы Республика Хөкүмәтенең туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ҡарарына, “Мәҙәниәт”милли проектына ярашлы конкурста ҡатнашты һәм 1 миллион һумдан ашыу грант яуланы.#нацпроекты

Сибай педагогия колледжы Республика Хөкүмәтенең туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ҡарарына, “Мәҙәниәт”милли проектына ярашлы конкурста ҡатнашты һәм 1 миллион һумдан ашыу грант яуланы. Уҡыу йорто уҡытыусылары—Гөлнара Харисова, Гөлнара Шәкирова, Сәйҙә Мәмбәтҡолова, Татьяна Кузьмина, Гөлдәр Дәүләтбаева конкурсҡа “Рус һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте аша Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү “Инеш”үҙәге” булдырыу проектын тәҡдим иткән. Төбәктә татыу йәшәгән ике милләт мәҙәниәте аша дәүләт телдәрен үҫтереүҙе, республиканан ситтә--Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, үҙебеҙҙә башҡорт телен һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған проект 3 йүнәлештә--“Рухи мираҫ” башҡорт телен тергеҙеү, “Духовное наследие” рус телен тергеҙеү, “Урал аръяғы оҫталары” студиялары аша тормошҡа ашырыласаҡ. Уҡытыусылар студенттарҙы күпләп тикшеренеү эштәренә йәлеп итеп, фольклор, ҡул эштәре менән шөғөлләнгән белгестәр менән консультациялар уҙғарасаҡ. Сибай педагогия колледжы сайтында проекттың махсус бүлеге булдырылып, бөтә ижади эштәр шунда ҡуйылып барыласаҡ.
Уҡыу йортоноң күсмә фольклор бригадалары Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренә башҡорт фольклоры йыйыуға ғына түгел, “Сөмбөлә”, “Нардуған” кеүек төрлө милли байрамдар уҙғарырға ла иҫәп тота. Урал аръяғының Йылайыр, Баймаҡ райондарының рустар күпләп йәшәгән ауылдарында “Осенины”, “Кузьминки” байрамдары ойоштороу ҡаралған. Сибайҙың үҙәк майҙанында телдәр үҙенсәлектәре һаҡланған халыҡ уйындары уҙғарыу ҙа планлаштырыла.
Уҡытыусылар “Инеш” үҙәге проект тормошҡа ашырылғас та үҙ эшен туҡтатмаҫына ышана. Тупланған тәжрибә, нығытылған матди-техник база, электрон белешмәләр—былар барыһы ла артабан да яңы проекттар өҫтөндә эшләүгә мөмкинлектәр аса.
#нацпроекты
Читайте нас: