Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь 2019, 09:45

Спектаклдәрҙе интернеттан ғына ҡарарбыҙмы?

Спектаклдәрҙе интернеттан ғына ҡарарбыҙмы?М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының спектаклдәрен интернет аша тура эфирҙа ҡарап буласаҡ. Был турала театр директоры Иршат Фәйзуллин хәбәр итә.#нацпроекты

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының спектаклдәрен интернет аша тура эфирҙа ҡарап буласаҡ. Был турала театр директоры Иршат Фәйзуллин хәбәр итә.
Был үҙенсәлекле эште «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса быйыл уҡ башларға йыйыналар. Тик бынан һуң театрға тамашасы йөрөрмө һуң? Барыһы ла спектаклдәрҙе интернеттан ғына ҡарап ултырмаҫмы? Юҡ, бынан театрға бер ниндәй ҙә зыян килмәйәсәк. Сөнки атап үтелгән милли проект театрҙарҙың тамашасыларын арттырырға тигән маҡсат менән эш итә.
Тура эфирҙан ҡарау түләүле буласаҡ, әммә ул театрҙағы хаҡтан бер аҙ кәмерәк. Билеттар 350-400 һум тирәһе тора. Ә театрға йылына 110 мең самаһы тамашасы килә.
Һәр замандың үҙ заңы. Бәлки, ысынлап та, интернет театр һөйөүселәрҙең дә артыуына булышлыҡ итер.
#нацпроекты