Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Август 2019, 09:25

Табиптар өйлө булды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында эшләгән 4 табип ғаиләһенә бөтә уңайлыҡтары булған күп ҡатлы йорттан фатир асҡыстары тапшырылды. Йәш белгестәрҙең өйлө булыу шатлығы менән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғускаров, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев уртаҡлашты. #нацпроекты

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында эшләгән 4 табип ғаиләһенә бөтә уңайлыҡтары булған күп ҡатлы йорттан фатир асҡыстары тапшырылды. Йәш белгестәрҙең өйлө булыу шатлығы менән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғускаров, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев уртаҡлашты.
Чулпан һәм Радмир Латыповтар район халҡы һаулығы һағында 2 йыл хеҙмәт итә. Чулпан Айҙар ҡыҙы педиатр булһа, Радмир Фәрит улы - хирург. Күптән түгел уларҙың ғаиләһенә бәхет, ҡыуаныстар өҫтәп Камил исемле улдары тыуған. Акушер-гинеколог Гөлназ һәм стоматолог Артур Йәнтүриндар ҙа 2 йыл үҙ тыуған ерендә эшләй. Участка терапевы Миңлегөл Ишдәүләтова ла Баймаҡ дауаханаһында 2 йыл хеҙмәт итә. Реанимация бүлегенең шәфҡәт туташы Ғәлиә һәм балалар хирургы Руслан Буранбаевтар күптән түгел генә өйләнешкән. Йәш ғаилә өсөн туйҙарына торлаҡтан да ҙурыраҡ бүләктең булыуы мөмкин түгел.
#нацпроекты
Читайте нас: