Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Август 2019, 09:30

Бергәләшеп Сибайҙы сағыу һәм таҙа итәйек!

Сибай ҡала Советы янындағы йәштәр парламенты “Экология” милли проекты сиктәрендә макулатура йыйыу буйынса акция иғлан итте. 1 сентябрҙә 12.00-18.00 сәғәттәрҙә “Урал аръяғы” күп тармаҡлы комплексында макулатура ҡабул итеү стационар пункты эшләйәсәк. #нацпроекты

Сибай ҡала Советы янындағы йәштәр парламенты “Экология” милли проекты сиктәрендә макулатура йыйыу буйынса акция иғлан итте. 1 сентябрҙә 12.00-18.00 сәғәттәрҙә “Урал аръяғы” күп тармаҡлы комплексында макулатура ҡабул итеү стационар пункты эшләйәсәк. Тәбиғәткә битараф булмаусыларҙан был көндө иҫке китаптар, кәрәкмәгән журналдар, гәзит, баҫма реклама продукцияһы, шулай уҡ ҡатырға ҡабул итәләр. Макулатура тапшырыуҙан йыйылған аҡсаға ағас үҫентеләре һатып алынасаҡ. Ошо уҡ көндө төрлө формалағы һәм күләмдәге пластик һәм алюмин банкалар ҡабул ителә. Аҡ, ҡара, һары, йәшел төҫтәге пластик шешәләрҙе алмауҙары ихтимал.
Акцияның партнерҙары: Сибай ҡала хакимиәте, Сибайвторком, “Урал аръяғы” күп тармаҡлы комплексы, “Зайдуллин &Ко”, Сибай мәғлүмәт үҙәге.
#нацпроекты