Сибай ҡала хакимиәте “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын урында уңышлы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә. Етәкселек баштан ҡала юлдарының сифатын күтәреү бурысын ҡуйҙы һәм ошо маҡсатҡа ынтыла. Аныҡ эштәрҙең береһе—ҡалаға юл фрезаһы ҡайтарылды. Юлдарҙы фрезерлауҙың һөҙөмтәһе шәп—юл япмаһы тигеҙләнә һәм яңы асфальт һалына.