Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Август 2019, 10:30

Гөрләп торҙо Сибай

Урында “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә игеҙектәр тыуған ғаиләләргә айырым иғтибар күрһәтелә. Август башында Кудияровтар ғаиләһендә тыуған игеҙәк ҡыҙҙарға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров коляска бүләк итте. #нацпроекты

Сибай ҡалаһында Ҡала көнө һәм шахтерҙар көнө уңайынан байрам саралары гөрләп үтте.
Күп кенә эштәр атҡарылды. Ҡала уртаһындағы курант яңыртылды. Сәғәттән алыҫ булмаған урында, Таусылар проспектының скверы осонда, Сибайға нигеҙ һалыусыларға һәйкәл буласаҡ. Сара сиктәрендә таусыларға һәм шахтерҙарға бағышланған һәйкәлгә нигеҙ ташы һалынды. Ул киләһе йыл Сибайҙың 65 йыллығында сафҡа инәсәк.
“Ирәндек” боҙ һарайына бөтә уңайлыҡтары булған ”Скания” автобусы бүләк ителде.
Һуңғы арала ғына никахҡа ингән 13 парға яҡташыбыҙ, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Гранель” компаниялар төркөмө директоры Андрей Назаров Төркиәгә туй сәйәхәте бүләк итте.
Урында “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә игеҙектәр тыуған ғаиләләргә айырым иғтибар күрһәтелә. Август башында Кудияровтар ғаиләһендә тыуған игеҙәк ҡыҙҙарға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров коляска бүләк итте.
Атайҙар ҡоро “Атай булыу--ҙур бәхет” акцияһын ойошторҙо.
Байрам сараһын Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары Авраам Руссо һәм Виктория Дайнеконың дәртле сығыштары, фейерверк тамамланы.
#нацпроекты