Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Август 2019, 09:43

Юлдар рәтләнә

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылына ингән автомобиль юлын ремонтлау буйынса ҙур күләмле эш алып барыла.#нацпроекты

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылына ингән автомобиль юлын ремонтлау буйынса ҙур күләмле эш алып барыла. «ПМК-СТРОЙМОНТАЖ» йәмғиәте эшселәре 10 саҡрым юлға ҡырсын түшәү менән мәшғүл. Ҡырсын түшәлеп бөткәс улар юлды грейдер ярҙамында тигеҙләп, каток менән тығыҙлаясаҡ. Ришат Рәхмәтуллин етәкләгән «ПМК-СТРОЙМОНТАЖ» йәмғиәт юлсылары был участкала эшен тамамлау менән Аҡъяр ауылының “Төнъяҡ-көнсығыш” биҫтәһендә юл ремонтлауға тотонорға иҫәп тота. Бында улар Күсимов, Ҡадиров, Мөбәрәков, Агиш, Аҙналин, Үҫәргән, Хәйбулла урамдарына ҡырсын түшәйәсәк. Дөйөм алғанда, быйыл Аҡъяр ауылының 14 урамында ҡырсын түшәлгән юлдар барлыҡҡа киләсәк.
Үрҙә атап киткән урамдарҙан тыш, Бабич, Сиҙәмдең 50-йыллығы, Вәхитов, Аҡмулла, Әҙеһәмов, Р.Ниғмәти, Энергетиктар урамдарында ла юлдарҙы ремонтлау күҙаллана. Был тарафтарҙа ла юлдарға ҡырсын түшәлеп, тигеҙ юл хасил буласаҡ.
Йәмғиәт эшселәре урам-араһындағы юлдарҙағы ремонт эштәрен октябрь аҙағында тамамларға ниәтләй.
#нацпроекты