АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Август 2019, 09:56

Байрам итәйек бергәләп!

24 августа Сибай ҡалаһында Ҡала һәм Шахтерҙар көнөнә арналған байрам сараһы үткәреләсәк.#нацпроекты

24 августа Сибай ҡалаһында Ҡала һәм Шахтерҙар көнөнә арналған байрам сараһы үткәреләсәк.
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән сара барышында 12.00-19.00 сәғәттәрҙә байрамға арналған һатыу итеү нөктәләренең һәм “Урал аръяғы оҫталары”ның I Төбәк-ара фестиваль-күргәҙмәһенең эшләүе көтөлә. Шулай уҡ кейеҙ баҫыу буйынса II Асыҡ ҡала конкурсы һәм ошо уҡ юҫыҡтағы оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ.
14.00-16.00 сәғәттәрҙә “Урал аръяғы тауышы. Балалар” конкурсы ҡатнашыусыларының концертын һәм «Йондоҙло ҡалам—Сибай» театрлаштырылған тамашаһын ҡарап ҡыуаныу мөмкинлеге бар.
Шулай уҡ байрам көнөндә 16.00-18.00 сәғәттәрҙә “Атай булыу—бәхет” һәм “Туй сәйәхәте от!” акциялары ла үткәреләсәк. Ә инде 16.00-19.00 сәғәттәрҙә физик көстәре менән айырылып тороусылар “Урал аръяғының иң көслө кешеһе – 2019” VI көс экстримы ярышында көс һынашасаҡ.
19.00-22.00 сәғәттәрҙә “Йырлаусы һәм бейеүсе Сибай” концертын ҡарай алаһығыҙ.
Байрам сараларын 22.00 сәғәттә сағыу фейерверк тамамлаясаҡ.
#нацпроекты