АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Август 2019, 10:05

Шәп мәҙәниәт үҙәге буласаҡ

Мәғлүм булыуынса, Сибай ҡалаһында 2015 йылда янып юҡҡа сыҡҡан филармония тергеҙелә. Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-производство үҙәге проекты буйынса 1957 йылғы бинаның тышҡы йөҙө генә элекке кеүек ҡалдырыла. Киләсәктә ул эстәлеге тулыһынса үҙгәртелеп, камералы һәм ҙур тамашасылар заллы, оҫтаханалы һәм грим һалыу, техник бүлмәле филармония комплексына әүереләсәк. #нацпроекты

Мәғлүм булыуынса, Сибай ҡалаһында 2015 йылда янып юҡҡа сыҡҡан филармония тергеҙелә. Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-производство үҙәге проекты буйынса 1957 йылғы бинаның тышҡы йөҙө генә элекке кеүек ҡалдырыла. Киләсәктә ул эстәлеге тулыһынса үҙгәртелеп, камералы һәм ҙур тамашасылар заллы, оҫтаханалы һәм грим һалыу, техник бүлмәле филармония комплексына әүереләсәк.
Ошо көндәрҙә “Архтамға”эксперт-проект бюроһы конструкторы, проекттың баш инженеры Илфат Аҡтуғанов төҙөлөштә булып, уның барышы менән танышты.
--Әлеге мәлдә бинаның яңы өлөшөнә нигеҙ һалынып бөтөп, подвалдың стеналары күтәрелә. Бинаның реконструкцияланған яғында беренсе ҡаттың иҙәне түшәлгән, колонналар барлыҡҡа килгән. Икенсе ҡатта ла эштәр бара. Стена һәм колонналар конструкцияһы—монолит тимер бетоны булһа, ҡыйыҡҡа 18 метрлыҡ ҡорос япма ябыласаҡ. Электән ҡалған стеналар нығытыла, сатнаған урындары инъектирлау алымы менән көпләнә,--ти Илфат Аҡтуғанов эш барышын аңлатып.
—Проект бик оригиналь, шул уҡ ваҡытта эффектлы,--тип баш инженерҙың һүҙҙәрен ҡеүәтләй “Архтамға”эксперт-проект бюроһы архитекторы Рөстәм Әлибаев.—Бинаның үҙенсәлеге—ҡаланың М.Горький урамына ҡараған ал яғын һаҡлап ҡалыуҙа. Филармонияның майҙанын ихата биләмәһе иҫәбенә киңәйтеп, 500 урынға иҫәпләнгән тамашасылар залы булдырасаҡбыҙ. Республиканың мәҙәниәт министрлығы беҙҙең алға учреждениеның функциональ мөмкинлектәрен тулыландырыу бурысын ҡуйҙы. Иҫке бина баштан уҡ мәҙәниәт йорто проекты буйынса һалынғанлыҡтан, ул заманса талаптарға яуап бирмәне. Архитектура-план ҡарарҙары ярҙамында проектыбыҙ эффектлы килеп сыҡты. Буласаҡ мәҙәниәт йорто компактлы, мансарда һәм подвал тулыһынса экспуатацияласаҡ. Техник йыһазландырыу буйынса 1 тамашасыға иҫәпләгәндә бындай төҙөлөш 1 миллиард һумға барып төшә. Беҙҙә иһә, функциональ мөмкинлектәрҙе ҡыҫҡартмаған осраҡта ла 430 миллион һумға тиңләшә.
Әйткәндәй, филармонияны биҙәүҙә төбәк компоненты иҫәпкә алынған: интерьерҙа үҫемлектәр мотивтары менән башҡорт “ҡусҡары” орнаменты буласаҡ. Заманса стилдәге был биҙәктәр тамашасылар залын, шулай уҡ яңы яҡтың тышҡы йөҙөндәге алюмин кассеталар перфорацияларын биҙәйәсәк.
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән филармония “Башҡортостандың 100 йыллығына—100 объект” исемлегенә ингән
Сибай филармонияһын аукционда еңеп сыҡҡан “Равелен” Мәскәү фирмаһы реконструкциялай. Эшселәр төҙөлөштө 2020 йылдың ноябрендә тапшырырға иҫәп тота.
#нацпроекты