Баймаҡ ҡалаһының яңы “Көньяҡ” биҫтәһендә башлыса йәш ғаиләләр йәшәй.
Яңы яҡта төҙөлөш йылдам бара: береһенән-береһе күркәм йорттар ҡалҡа, асфальт юлдар һалына, социаль объекттар сафҡа индерелә. Әле биҫтәлә ике меңдән ашыу халыҡ йәшәй.
Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалғанда төбәк халҡы тиҙҙән сафҡа инәсәк заманса яңы белем усағы асылыуҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Белем көнөндә бында “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә 240 урынға иҫәпләнгән өс ҡатлы мәктәп менән 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: ике объект бер ҡыйыҡ аҫтында буласаҡ. Уҡыусылар рәхәтләнеп иркен спорт залында шөғөлләнәсәк, заманса ашханала туҡланып, төрлө түңәрәктәргә, спорт секцияларына йөрөү бәхетенә ирешәсәк. Тағы ла физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус лифт та ҡаралған.
Объектты төҙөүҙең хаҡы—200 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Төҙөлөштө Башҡортостан Хөкүмәте финанслай. Заказсыһы—республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы, ә “Ремстройцентр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль подрядсыһы булып тора. Яңы белем усағы—100 йыллыҡ объекттар исемлегендә булыу менән әһәмиәткә эйә. Мөһим төҙөлөшкә Баймаҡ, Сибай һәм Өфө ҡалалары төҙөүселәре йәлеп ителгән. Нигеҙ ташы былтыр көҙ һалынған.
–Яңы биҫәтәлә йәшәгән балаларҙың, ата-әсәләрҙең ҡыуанысының иге-сиге юҡ. Улар төҙөлөш барышы менән баштан ҡыҙыҡһына,—ти төҙөлөш мастеры Тимерхан Ғөзәйеров.—Белем усағының проекты уникаль, бындай бина хатта ҡайһы бер ҙур ҡалаларҙа ла юҡ, ул заманса төҙөлөш нормаларына, стандарттарына ярашлы һалынып бөтөп килә.
Яңы мәктәптең директоры Фәнил Йылҡыбаев та төҙөлөш барышынан ҡәнәғәт булыуын билдәләп, әле бында уҡырға теләүселәрҙән 200-ҙән ашыу ғариза теркәлеүен белдерҙе. “Һаман булһа ата-әсәләр ғариза алып килеүен дауам итә. Күптәр балаларының яңы мәктәптә белем алыуын, баҡсала тәрбиәләнеүен теләй”,—ти ул.
Бөгөн бина эсендә эштәр тулыһынса тамамланған. Төҙөүселәр тышҡы яҡтан биҙәү эштәре менән мәшғүл, тирә-яғын төҙөкләндереү эше лә әүҙем бара. Бинаның фасадын тыштан заманса материал менән көпләү ҙә ойошторолған. Йылылыҡ системаһы, электр үткәрелгән.
–Төҙөлөшкә бер нәмә лә ҡамасау түгел, материал ваҡытында килтерелә, төҙөүселәрҙең эшкә дәрт-дарманы ташып тора,—ти Тимерхан Әмирхан улы.—Балаларҙың ҡыуанысы тиҙерәк тормошҡа ашһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Үҙ сиратында, улар ҙа беҙҙең ышанысты аҡлар, өр-яңы, матур, йылы бинала тырышып уҡырҙар тип ышанам.