Сибай үҙәк дауаханаһы коллективы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә йәш белгестәр менән тулыланыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә генә ҡалабыҙ дауаханаһында педиатр, балалар кардиологы, функциональ диагностика табибы Әлиә Ғәлимйән ҡыҙы Ҡәҙерғәлина эшләй башланы. Белгес баш ҡаланың Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡып, кардиолог специальносы алған.