Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Август 2019, 09:59

Ике ҡыҙҙары—ике ҡыуаныстары

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге урында “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә. Бүлек мөдире А.Бохарбаева был тәңгәлдә яңы өйләнешкән йәштәр менән маҡсатлы эш алып бара, айырылышыу кеүек күңелһеҙ мәлдәрҙе урап үтергә, бергә-бергә донъя көтөүҙең өҫтөнлөктәрен өйрәтә. Бынан тыш, түңәрәк һан аҫтында теркәлгән һәр баланың ата-әсәһен ҡотлауҙы матур йолаға әүрелдергән. Игеҙәктәр тыуыу осраҡтары иһә һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Ошо көндәрҙә Александр һәм Юлия Кудияровтарҙың игеҙәк ҡыҙҙары—Екатерина һәм Маргарита тыуыуы тураһында акт рәсмиләштерелде. 2011 йылда ғаилә ҡорған Кудияровтар баштан уҡ бер ҡыҙ хаҡында хыяллана. 8 йыл һораған ҡыҙҙы Аллаһы Тәғәлә уларға сабыр итеп көткәндәре өсөн икәү итеп биргән. Ҡыҙҙарҙың ауырлығы ярайһы уҡ ҡына, буйҙары ла бәләкәй түгел. Йәштәргә игеҙәктәрен имен-аман үҫтереп, илебеҙгә файҙа килтерерҙәй лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләүҙәрен теләйбеҙ!Демография#Милли проект

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге урында “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә. Бүлек мөдире А.Бохарбаева был тәңгәлдә яңы өйләнешкән йәштәр менән маҡсатлы эш алып бара, айырылышыу кеүек күңелһеҙ мәлдәрҙе урап үтергә, бергә-бергә донъя көтөүҙең өҫтөнлөктәрен өйрәтә. Бынан тыш, түңәрәк һан аҫтында теркәлгән һәр баланың ата-әсәһен ҡотлауҙы матур йолаға әүрелдергән. Игеҙәктәр тыуыу осраҡтары иһә һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Ошо көндәрҙә Александр һәм Юлия Кудияровтарҙың игеҙәк ҡыҙҙары—Екатерина һәм Маргарита тыуыуы тураһында акт рәсмиләштерелде. 2011 йылда ғаилә ҡорған Кудияровтар баштан уҡ бер ҡыҙ хаҡында хыяллана. 8 йыл һораған ҡыҙҙы Аллаһы Тәғәлә уларға сабыр итеп көткәндәре өсөн икәү итеп биргән. Ҡыҙҙарҙың ауырлығы ярайһы уҡ ҡына, буйҙары ла бәләкәй түгел. Йәштәргә игеҙәктәрен имен-аман үҫтереп, илебеҙгә файҙа килтерерҙәй лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләүҙәрен теләйбеҙ!
Демография#Милли проект