Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Август 2019, 09:16

Хәйерле юлдар теләйек!

«Автомобиль юлдары» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Сибай автотранспорт предприятиеһының автопаркы өр-яңы «Форд Транзит» маркалы бәләкәй класлы 3 автобус менән тулыланды. Яңы техника асҡыстарын Сибай водителдәренә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тапшырҙы. «Форд Транзит» автобустары ҡала ара, ҡала эсендә һәм ҡала яны маршруттарында халыҡты хеҙмәтләндерәсәк. Сит илдә етештерелгән бәләкәй автомобилдәр максималь хәүефһеҙ һәм бик уңайлы, ГЛОНАСС навигациялы спутник системаһы, тахограф, информацион комплекстар, йомшаҡ ултырғыстар менән йыһазландырылған. Яңы техника иртәгә үк тәүге рейстарға сығасаҡ. Хәйерле юлдар теләйек!

Читайте нас: