Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Август 2019, 09:38

Шәп ҡыҙҙар ҡайтҡан ауылға

Хәйбулла районының Аҡъяр үҙәк дауаханаһында "Һаулыҡ һаҡлау " милли проекты сиктәрендә күп кенә эштәр башҡарыла. Иң мөһиме: төбәккә ошо яҡта тыуып үҫкән йәш белгестәр ҡайта. #нацпроекты

Хәйбулла районының Аҡъяр үҙәк дауаханаһында "Һаулыҡ һаҡлау " милли проекты сиктәрендә күп кенә эштәр башҡарыла. Күптән түгел генә бында яңы баш табип Иршат Тимерйән улы Рысҡужин тәғәйенләнде. Етәкселек яңырыу менән ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр ҙә күҙәтелә. Иң мөһиме: төбәккә ошо яҡта тыуып-үҫкән йәш белгестәр ҡайта.
Ошо көндәрҙә Аҡъяр дауаханаһында акушер-гинеколог Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Ильясова хеҙмәт юлын башланы. Йәш табибә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң баш ҡаланың 21-се дауаханаһында акушерлыҡ-гинекология специальносы буйынса ординатура үткән. Киләсәктә ул тыуған яғының гүзәл заттарының һаулығы һағында ныҡлы торорға, райондың демографик үҫешенә тос өлөш индерергә иҫәп тота.
Шулай уҡ райондың Федоровка ауылында ла яңы фельдшер Мария Миляева хеҙмәт юлын башлап тора. Баш ҡаланың юғары уҡыу йортонда белем алып, тыуған ерендә халыҡҡа хеҙмәт итергә ҡайтыуын тырыш ҡыҙ йәшермәй.
Әйткәндәй, быйыл республикала ауыл ерендә яңы эш башлаусы 375 йәш табип 1-әр миллион һум аҡса аласаҡ. Шулай араһында беҙҙең яҡташтар—Гүзәл Ильясова, Мария Миляевалар ҙа булырына шик юҡ.
#нацпроекты