Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Август 2019, 09:33

Ҡаршы алығыҙ: "Сәләмәтлек поезы"

Республика буйлап "Сәләмәтлек поезы" йөрөй, йәғни баш ҡала табиптары күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора.#нацпроекты

Милли проекттың бер йүнәлеше ул--һаулыҡ һаҡлау өлкәһе. Уның тормошҡа ашырылыуы был тармаҡҡа яңылыҡтар индерҙе. Мәҫәлән, республика буйлап "Сәләмәтлек поезы" йөрөй, йәғни баш ҡала табиптары күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора. Күптән түгел стоматологтар Баймаҡ районы Темәс ауылында олоһон да, кесеһен дә ҡабул итте. Быға тиклем улар 5 районды айҡап сыҡҡан, ә Темәстән һуң инде Күгәрсен районына йүнәлделәр.
"Сәләмәтлек поезы" 17 августа йәнә Темәскә килеүе көтөлә. 20-22 августа иһә Ниғәмәт ауылында ҡабул итәләр, 23-25 августа--Таулыҡайҙа, 26 августтан алып 3 сентябргә тиклем Баймаҡ ҡалаһында үҙ һаулығығыҙҙы тикшертә алаһығыҙ.
#нацпроекты
Читайте нас: