Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Август 2019, 09:38

Эх, балы ла балы…

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә, 10 августа Нөгөш һыуһаҡлағысы буйындағы "Спартаковсы" балалар һауыҡтырыу лагеры янында "Ҡурсаулыҡ балы" фестивале уҙасаҡ.#нацпроекты

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә, 10 августа Нөгөш һыуһаҡлағысы буйындағы "Спартаковсы" балалар һауыҡтырыу лагеры янында "Ҡурсаулыҡ балы" фестивале уҙасаҡ. Унда республиканың төрлө тарафтарынан умартасылар йыйыласаҡ. Сарала иң тәмле балды билдәләү буйынса конкурс ойоштороласаҡ.
Фестиваль республика умартасыларын йыя. Иң тәмле балға конкурс та үткәрелә, бал да һатыла. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, тәжрибә уртаҡлашасаҡтар.
#нацпроекты